0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2019, 11:25

Кардиоүҙәктең хирургия корпусы төҙөлә башланы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Республика кардиоүҙәгенең хирургия корпусын төҙөү ҡаралғайны. Кисә күптән көтөлгән ошо төҙөлөш башланды. Был мөһим сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм буласаҡ корпустың нигеҙенә капсула һалды.

Төҙөлөштө Өфөнөң “Фирма СУ-10” компанияһы башҡара. Төҙөүселәр йыл аҙағына бинаны ҡороп бөтөргә һәм һыуыҡ миҙгелдә артабанғы эштәрҙе алып барыу өсөн йылы бирергә вәғәҙә итә. Хирургия корпусын 2020 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Эшкә тотонған компанияның бай тарихын һәм тәжрибәһен, ҡеүәтле производство базаһын иҫәпкә алғанда, был пландың тормошҡа ашырылыуы шик тыуҙырмай.
Өр-яңы заманса дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылаған корпус 2,62 миллиард һумға барып баҫа. Ауырыуҙар ҡулай ике урынлы палаталарҙа ятып дауаланасаҡ. Заманса медицина ҡорамалдары ярҙамында күберәк операциялар яһарға мөмкинселек тыуа. Артабан әле эшләп килгән дауахана бинаһының өс ҡатында реконструкция үткәреү ҡаралған.
- Быйыл беҙ ике ҙур поликлиника һәм 25 фельдшер-акушер пунктын сафҡа индерәбеҙ. Туймазыла, Дүртөйлөлә, Языковта юғары темпта яңы дауаханалар төҙөлә. Эш күләме бик ҙур булыуға ҡарамай, төҙөүселәр графиктан тайпылмай. Беҙҙең төп маҡсат – кешеләр оҙағыраҡ йәшәһен, һау-сәләмәт булһын, - тине Радий Фәрит улы яңы төҙөлөштө ҡарағанда, журналистарҙың һорауына яуап биреп.

“Башинформ” агентлығы материалдарын файҙаланып, Рәсүл Байгилдин әҙерләне.

“Башинформ” агентлығы фотоһүрәттәре.



Читайте нас: