Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина: “Милли проекттар сиктәрендә аҡса бүленә икән, йәмәғәт тикшереүе үткәреү мөһим, теге йәки был объект ҡайҙа, нисек төҙөләсәген белеү зарур. Төбәгебеҙҙә 2024 йылға нәмәләр эшләнергә, билдәләнгән күрһәткестәргә ни рәүешле өлгәшергә икәнен белергә тейешбеҙ”, – тип белдерҙе. Ул милли проекттарҙы бойомға ашырыуҙа власть органдары менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.