-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июль 2019, 13:35

Һәр ойошма – Интернет селтәрендә

“Рәсәй Федерацияһының цифрлаштырылған иҡтисады” милли проекты буйынса Башҡортостанда бар социаль объекттар ҙа Интернетҡа тоташтырыласаҡ.

2021 йылға тиклем 2700-ҙән ашыу белем биреү, медицина ойошмалары, полиция бүлексәләре, янғын частары, хәрби комиссариаттар, һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара органдары бөтә донъя селтәренә сығасаҡ. Интернет тиҙлеге секундына 10-дан алып 100 Мбит тәшкил итәсәк. Был эштәрҙе башҡарыусы оператор аукцион нигеҙендә билдәләнә. Ул 2019 йылдың 19 июленә планлаштырылған. Килешеүҙең башланғыс максималь хаҡы 2,5 миллиард һум тип билдәләнгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың май указдарын бойомға ашырыу нигеҙендә эшләнгән 12 проекттың береһе булып торған “РФ цифрлаштырылған иҡтисады” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыуға барыһы 1,5 триллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Читайте нас: