“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының бер маҡсаты – юлдарҙа үлем осрағын кәметеү. Юл һыҙыҡтарын һалыу фажиғәләрҙе кәметеүҙең тағы бер сараһы булып тора. “Быйыл беренсе тапҡыр термопластик һыҙыҡтар 2500 меңдән ашыу саҡрым юлға һыҙыласаҡ, был эш 82,6 процентҡа үтәлгән”, – тине БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. Юл һыҙыҡтары июль аҙағынаса һалынып бөтәсәк. Термопластик һыҙыҡтар буяуға ҡарағанда ике тапҡырға оҙайлыраҡ, йәғни алты айҙан ашыу ваҡыт тора.