-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июль 2019, 12:12

Ихаталар йәмләнә

Ихатаһына ҡарап, йорт хужаһын күр, тиҙәр бит. Быйыл Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” тигән бик матур республика программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. 2019 йылда был программаға 1, 78 миллиард һум бүленәсәк. Барлығы 400 ихата тәртипкә килтерелергә тейеш. Башҡарылған эштәр хаҡының 94 проценты республика ҡаҙнаһынан ҡапланһа, 5 процентына – муниципалитеттар, 1 процентына кешеләр үҙҙәре түләйәсәк. Ихаталарҙа йомшаҡ бәүелсәкле, хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансыҡтары төҙөләсәк.

Контейнерҙарға айырым урын бүленәсәк. Йәшелләндереүгә, машина ҡуйыу урындары булдырыуға иғтибар биреләсәк. Төндәрен ихата ялт итеп торасаҡ – тышҡы яҡтыртыу эштәре башҡарыу күҙ уңында тотола. Ял итергә уңайлы эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, юлға асфальт түшәләсәк. Әлбиттә, бындай йәмле, заманса ихаталы йортта йәшәү үҙе бер кинәнес. Шуға күрә “Башҡорт ихаталары” программаһы дауам иттереләсәк, киләһе йылда уны финанслау быйылғы кимәлдә буласаҡ.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырыу республикабыҙҙа айырым иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләп китергә теләйбеҙ.


Читайте нас: