+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июль 2019, 11:21

Волонтер үҙәктәре өсөн – 1,2 млн. һум

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда алты төбәк ирекмән үҙәге булдырыласаҡ. Яңы үҙәктәр Дыуан районында, Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Кумертау һәм Сибай ҡалаларында асыла.

Был маҡсатҡа 1,2 млн. һум аҡса бүленгән. Һәр үҙәк өсөн ойоштороу техникаһы һәм мебель алыу ҡаралған. Ойоштороу эштәре менән республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы шөғөлләнә.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: республикала “Социаль әүҙемлек” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Уның йыллыҡ бюджеты – 10,6 млн. һум. Программаның маҡсаты булып ирекмәндәр хәрәкәтен киң йәйелдереү, балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен үҫтереү, йәмәғәт инициативаларын һәм проекттарын ғәмәлләштереүҙә ярҙам итеү тора. Төп бурыс иһә – 2024 йылға граждандарҙың 20 процентын – ирекмәндәр хәрәкәтенә, йәштәрҙең 45 процентын – ижади эшмәкәрлеккә, студенттарҙың 70 процентын талиптар клубына йәлеп итеү.

Читайте нас: