+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июль 2019, 11:19

Быйыл республикала 142 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә быйыл республикала барлығы 142 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Проектта бөтә – 63 – муниципалитет та ҡатнаша. Парктарҙы, скверҙарҙы һәм йылға ярҙары буйҙарын тәртипкә килтереүгә 1,52 млрд. һум аҡса йүнәлтелә. Шуларҙың 1,4 млрд. һумы федераль бюджеттан бүленгән. Шулай уҡ район һәм ҡалалар ҙа үҙ өлөшөн индерә. 76 млн. һум – урындарҙағы бюджеттан килгән аҡса.

Әлеге ваҡытта 19 объектта эш ҡайнай. Мәҫәлән, Бирск ҡалаһындағы “Аҡыллы” белем үҙәге биләмәһендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡорола. Төҙөкләндереү эштәре, халыҡ теләге буйынса, былтыр уҡ башланғайны. Таш түшәмә һалынды, урналар, эскәмйәләр ҡуйылды. Бүленгән 11 млн. һумға майҙансыҡтарға резина түшәмә һалына, фонарҙар ҡуйыла, автомашиналар өсөн ҡуйыу урыны эшләнә.
Өфөлә Ҡашҡаҙан паркын һәм “Тулҡын” скверын төҙөкләндереү ҡаралған. Улар 2018 йылда тауыш биреү юлы менән һайланды. Биләмәләрҙә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йүгереү һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар, ял зоналары булдырыу, йәшелләндереү, яҡтыртыу эштәре, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу, бәләкәй архитектура формалары ултыртыу ҡарала.

Читайте нас: