-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июль 2019, 11:46

Урман тергеҙелә

Республикабыҙ территорияһының 44 проценты урман менән ҡапланған. “Экология” милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем урманды тергеҙеү майҙаны 24 процентҡа арттырыласаҡ, йәғни 15,5 мең гектар ерҙе тәшкил итәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Был маҡсатта урман питомниктарында ағас үҫентеләрен үҫтереүҙе, орлоҡтар йыйыуҙы арттырыу, яңы технологияларҙы ҡулланыу күҙ уңында тотола.

Башҡортостанда әле 790 гектар ерҙе биләгән 105 питомник бар. Улар республиканы ғына түгел, күрше региондарҙы ла ағас үҫентеләре менән тәьмин итә.

Читайте нас: