Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн махсус һөт аҙыҡтары етештереүсе фабриканы булдырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу башланды. 1 июлдән Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында йәшәүсе айырым категория ғаиләләрҙәге балалар өсөн һөт, кефир, эремсек, йогурт бирелә башлаясаҡ.”Һөт кухняһы” ойошмаһы менән ата-әсәләр араһында килешеүҙәр төҙөлгән. Барлығы 1, 5 мең бала аҙнаһына ике тапҡыр бушлай һөт ризыҡтары аласаҡ.