-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2019, 11:35

Яңы микроскоп нейрохирургтарға ярҙамға килде

Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөләге тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы яңы операция микроскобы алды. Уның ярҙамында умыртҡа һөйәге имгәнгән пациентҡа яһаған тәүге операция уңышлы үтте, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ауырыуҙың яҡын арала аяҡҡа баҫып китеүе, ә инде реабилитация үткәс, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыуы шик тыуҙырмай.

Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһында йыл һайын 700-гә яҡын төрлө нейрохирургия операцияһы эшләнә һәм шуның өстән бер өлөшө микроскоп ярҙамында атҡарыла. Яңы нейромикроскоп заман талаптарына яуап бирә, конструкцияһы бик ҡулай. Ул 3D форматта баш мейеһе, умыртҡа һөйәге туҡымаларының аҫҡы ҡатламын күреү мөмкинлеген бирә, 15 тапҡырға тиклем ҙурайтыу һәләтенә эйә. Яңы аппарат тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһында юғары технологиялы операциялар үткәреүҙе бермә-бер арттырырға ярҙам итәсәк.

Читайте нас: