+14 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Июля 2019, 06:36

Ғилми-белем биреү үҙәге асыу тураһында һөйләшеүҙәр бара

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә илдә булдырыласаҡ 15 ғилми-белем биреү үҙәктәренең берәүһен Башҡортостанда асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Был мәсьәләне 1 июлдә Мәскәүҙә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев менән осрашыу мәлендә күтәрҙе һәм хуплау тапты. Үҙәкте Рәсәйҙең иң алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе – Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә булдырыу күҙаллана.
Ғилми-белем биреү үҙәген асыуҙың төп маҡсаты булып нефть табыуҙы һәм эшкәртеүҙе һанлы һәм интеллектуаль технологиялар, роботлаштырылған системалар ярҙамында юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, заман талаптарына яраҡлаштырыу тора.

Читайте нас