Был эштәрҙең һөҙөмтәһен һәр кем тоясаҡ, тиҙәр Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаттары – юлдарҙа хәүефле участкаларҙы, юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, нормаға ярашлы автомобиль юлдарын арттырыу.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә “Өфө – Шаҡша” юлында ҙур эштәр бара. Әлеге мәлдә юлдың машина йөрөй торған өлөшөнөң яртыһында фрезерлау башҡарылған, юлдың өҫтө кварц ҡомо менән таҙартылған. Гидроизоляция, юл кәртәләрен ҡуйыу бара. 32 люк, ямғыр үткәреүсе рәшәткәле 4 суйын люк урынлаштырыу планлаштырылған. 8500 квадрат метр майҙанға 1040 тонна асфальт-бетон һалынасаҡ.
Перспектива урамында ремонт эштәре 2019 йылдың 30 сентябренә тиклем барасаҡ. Уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү маҡсатында ҡайһы бер эштәр төндә, ял һәм байрам көндәрендә башҡарыла. Өфөлөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарауҙарын, барасаҡ юлды алдан уйлап, мөмкинлек булғанда, альтернатив юлдарҙы ҡулланыуҙарын һорайҙар. Барыһы ла беҙҙең хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ өсөн эшләнә бит.