Ҡала советы депутаты Тимофей Вохмин белдереүенсә, ике йүнәлеш ҡарала: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм сорттарға айырыу; полимер һәм икенсел ресурстарҙы эшкәртеү комплекстарын төҙөү. Тәүге проектты тормошҡа ашырыуға – 1,2 миллиард һум, икенсеһенә 1,6 миллиард һум аҡса китәсәк. Был аҡсаларҙы “Рудерис” ЯАЙ һәм “САХ” акционерҙар йәмғиәте бирә. Бюджеттан сығымдар талап ителмәй.