Милли проектта ҡатнашыу ойошмаға хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса эксперттарҙан кәңәш-консультация алыу мөмкинлеген бирәсәк. “Һаҡсыл етештереү” алымын индергәс, ул Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы заем рәүешендә (йылына 1 процент менән 5 йылға 50 миллион һумдан 300 миллион һумға тиклем) финанс ярҙамына хоҡуҡлы буласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытыуға субсидияға иҫәп тота ала.