+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июль 2019, 12:32

Аҙ процентлы ипотека алғың киләме?

Башҡортостанда торлаҡ өсөн туплау республика программаһында ҡатнашыусылар өсөн "Уралсиб” банкыһы ипотека ставкаһын 5, 5 процентҡа тиклем кәметә.

Торлаҡ өсөн туплау программаһы Башҡортостанда 2014 йылдан башлап эшләй. Унда ҡатнашыусылар 3 – 6 йыл дауамында банктағы вкладтарында аҡса йыйып, артабан льготалы процент буйынса ипотека алыу хоҡуғына эйә. Республика власы шулай уҡ айлыҡ туплау взносының 30 процентына тиклем субсидия түләй.
2024 йылға тиклем ипотека буйынса уртаса йыллыҡ ставканы 7,9 процентҡа тиклем түбәнәйтеү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора.

Читайте нас: