Ошо көндәрҙә Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауҙа ярҙам итеү Фонды 2019 – 2020 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн Башҡортостанға 282,42 млн. һум аҡса бүлеү тураһында ҡарар сығарҙы. Проектты финанслауҙа ҡатнашыу шартына ярашлы, республика, өҫтәп, 63,4 млн. һум аҡса индерҙе. Был сумма дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метр булған 206 күп фатирлы йортта йәшәгән 666 кешене яңы торлаҡҡа күсереп сығарыу өсөн йүнәлтеләсәк. Программаға барлығы 10 муниципалитет биләмәһенә ҡараған ҡала һәм ауылдар инде.
Шуны өҫтәргә кәрәк: авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһына ярашлы, 2019 – 2024 йылдарҙа мохтаждарға 923 яңы фатирҙар бүлеү ҡарала. Был эштәргә республика бюджетына 1,6 млрд һум күләмендәге тотоноуҙар һалынған. Программаға Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Кумертау, Яңауыл ҡалаларындағы, Баҡалы, Оло Устьикин, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолмский, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мишкә, Прогресс, Приют, Семилетка, Иҫке Балтас, Сурай һәм башҡа ауылдарындағы авария хәлендәге йорттар ингән.