Документта 2024 йылға үҙәкләштерелгән һыу селтәрҙәре системаһынан сифатлы эсәр һыу менән файҙаланыусылар нисбәтен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйыла. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бирск, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнарен, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлығы 29 һыу тәьмин итеү объекты төҙөү, йәки ғәмәлдәге һыу үткәреү системаларына капиталь ремонт эшләү ҡарала.
Ҡала һәм ауыл халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 2019 – 2024 йылдарҙа 2 млрд 254,15 млн. һум аҡса тотоноу ҡарала. Шуның 4,1 млрд һумы федераль бюджеттан киләсәк.