Проект дипломанттарының күргәҙмә-йәрминкәләрҙә, конгрестарҙа ҡатнашыуы, уларҙы үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен халыҡ-ара электрон сауҙа майҙандарына сығарыуға дәртләндереү, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса уҡыу программаларында ҡатнашыу, экспорт тауарҙары каталогын эшләп, уны артабан Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллектәре аша таратыу, шулай уҡ сит ил аудиторияһы өсөн интернет-ресурстар селтәре булдырыу – планда ошо һәм башҡа саралар ҡаралған.
“Башҡортостан продукты” проекты алтынсы йыл тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә республиканың 416 ойошмаһы уның дипломанты булды. Был билдә 12 меңдән ашыу продукцияға ҡуйыла. Дипломант исеменә лайыҡ 15 етештереүсе үҙ продукцияһын Ҡытай, Япония, Израиль, Италия, Грузия, Әзербайжан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстанға һәм башҡа илдәргә ебәрә.
“Башҡортостан продукты” проектында ҡатнашыусыларға мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы күрһәтелә, был иһә төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм “Башҡортостанда экспортты үҫтереү” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 2019 йылдың 3 июненән тауарҙы сит илгә сығарыу менән бәйле транспорт сығымы өсөн республика бюджетынан субсидия бирелә. Тауарын сит илгә сығарыусылар 1 миллион һумға тиклем сығымын ҡаплай ала, ә “пилот” партиялары буйынса субсидия 500 мең һумға етә.