Республика бюджетынан бындай сығымдар өсөн быйыл 40 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ярҙамдың был төрө “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Был программала үҙ продукцияһын Башҡортостандан сит илдәге пунктҡа тиклем автомобиль, тимер юл, һыу, һауа һәм башҡа транспорт төрҙәре менән ташыған ваҡ һәм уртаса предприятиелар ҡатнаша ала.