+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июнь 2019, 11:19

Инорста юлдар киңәйә

Өфөнөң Инорс-4 тип аталған яңы микрорайонында юлдар төҙөләсәк.

Башта Лесунов урамында – 984 метр, шунан Баландин бульварында 462 метр юл төҙөү планлаштырыла. Урамдар дүрт һыҙатлы буласаҡ, 2,5 – 3 метр киңлегендәге тротуарҙар, 2,25 метр киңлегендә велосипед юлы ла ҡаралған.

Юл төҙөү эштәре июль айында башланып, киләһе йылдың ноябрь айында тамамланасаҡ. Уны “Башкиравтодор” компанияһы башҡарасаҡ. Был эштәргә 237 миллион һум аҡса бүленә.

Юл һалыу эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Читайте нас: