+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2019, 11:13

Рәсәй фәндәр академияһының база мәктәптәре асыла

Быйыл 1 сентябрҙан Башҡортостанда “Мәғариф” федераль милли проект сиктәрендә биш урта белем биреү учреждениеһы “Рәсәй фәндәр академияһының база мәктәбе” статусында эшләй башлаясаҡ.

Уларҙың исемлеге:
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы “1-се Гимназия” МАББУ-һы;
- Нефтекама ҡалаһы “1-се Лицей” МАББУ-һы;
- Өфө ҡалаһы “64-се Гимназия” МБББУ-һы;
- Өфө ҡалаһы “ӨДНТУ-ның Пинский М.С. исемендәге 83-сө инженер лицейы” МБББУ-һы;
- Өфө ҡалаһы “93-сө физика-математика лицейы” МАББУ-һы.
Президент Владимир Путин фатиха биргән проектта Рәсәй буйынса 32 төбәктән 108 фәнни һәм белем биреү ҡеүәте юғары булған муниципаль мәктәп ҡатнаша. Уларҙың исемлеге РФА комиссияһы ултырышында раҫланған.
Проектың маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау һәм уҡытыу өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙы фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә уңышлы карьера ҡороуға йүнәлтеү. Мәктәптәрҙең төбәктәрҙәге фәнни үҙәктәр, алдынғы ғилми институттар һәм юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге күҙ уңында тотола. Башҡортостандағы база мәктәптәргә ярҙам итеүсе ғилми үҙәк булараҡ, Рәсәй фәндәр академяһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге билдәләнгән.


Фото: Башинформ.

Читайте нас: