+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июнь 2019, 15:51

Пенсия алды йәшендәгеләр таныҡлыҡ алды

“Прогресс” етештереү берекмәһенең пенсия алды йәшендәге 56 хеҙмәткәре яңынан уҡып белемен камиллаштырыу тураһында таныҡлыҡҡа эйә булды.


– Проект пенсия алды йәшендәге белгестәргә белемдәрен камиллаштырырға мөмкинлек биреп, оло быуындың тәжрибәһен үҫеш, алға китеш өсөн ҡулланыуға маҡсат тота. Шуның менән ул хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметер, граждандарҙы һөнәри яҡтан үҙ-үҙен асырға дәртләндерер, – тине БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников.


“Прогресс” етештереү берекмәһенең генераль директоры Марат Тимеров белемен камиллаштырыусыларҙы “хеҙмәт коллективтарының алтын фонды” тип атаны. Ул уҡыуҙың йәнле, мауыҡтырғыс, һөҙөмтәле үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә йыл һайын республиканың 1,5 мең гражданын уҡытыу планлаштырыла. 2019 – 2024 йылдарҙа был маҡсатҡа федераль һәм төбәк бюджетынан йыл һайын 108,8 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. БР халыҡтың мәшғүллек үҙәктәре 46 предприятие менән килешеү төҙөгән. Улар араһында “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы” АЙ, “Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы” ААЙ, “Ойл-Сервис” ЯСЙ, “НПП БАСЭТ” ЯСЙ, “Яңауыл балаларҙы туҡландырыу комбинаты” ЯСЙ һәм башҡалар бар.

Читайте нас: