Уның маҡсаты – эшҡыуарлыҡҡа теләгән һәр кешене йәлеп итеү һәм ярҙам итеү. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда был йүнәлеште үҫтереү өсөн 137,7 млн һум аҡса бүленәсәк (2019 - 15,7 млн. һум, 2020 - 15,7, 2021 - 15,7, 2022 - 25,1, 2023 - 32,6, 2024 - 32,9 млн. Һум).
Ил күләмендә был милли проект нигеҙендә үҙ эшен асҡандарҙың һаны – 553 мең кешегә, республикала 10, 5 меңгә етергә тейеш.