Принтер менән сканер һәм күсермәне берләштергән ҡоролма, икешәр интерактив һәм икешәр иҫәп-хисап комплексы, уҡытыусыларға – ике, синыф өсөн – 30, мәктәп хакимиәтенә алты ноутбук буласаҡ унда. Һәр комплект хаҡы 2, 1 миллион һумға төшә. Йәмғеһе был маҡсатта 132, 4 миллион һум сарыф ителәсәк.
“Мәғариф” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаттарының береһе – илебеҙ мәғарифының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итеү, дөйөм белем биреү сифаты буйынса донъялағы иң көслө ун ил иҫәбенә инеү.