Республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 2024 йылға 78 йәштән үтәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсаты был. Алты йылда республика был йүнәлештә 16,5 миллиард һум аҡса тотонасаҡ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән.