-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2019, 13:56

Республика элеваторҙарының матди-техник базалары яңыртыла

Был хаҡта Башҡортостандың премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фазрахманов белдерҙе.

Башҡортостанда элеваторҙарҙы яңыртыу һөҙөмтәһендә аграр сәнәғәте комплексы тауарҙарын сит илгә һатыу күләме артасаҡ. Сара уңышты һаҡлау һәм экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн башҡарыла. Тәү сиратта "Илеш элеваторы", "Учалы элеваторы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр быны үҙ яуаплылығына аласаҡ.
2019 йылда республикала ауыл хужалығы тауарҙары экспорт күләменең 19,3 процентҡа тиклем артып, 91 миллион доллар тәшкил итеүе көтөлә (2018 йылда – 76,3 млн. доллар).

Быйыл сит илгә һатылған продукцияның 40–50 процентын – бойҙай, 25 процентын майлы аҙыҡ-түлек тәшкил итәсәк. Беҙҙә етештерелгән көнбағыш һәм рапс майы, һөт аҙығы, йомортҡа, бал, малдар өсөн аҙыҡ, шәкәр Латвия, Иран, Египет, Ҡаҙаҡстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәпстанына юл ала.

“Башҡортостан Республикаһы аграр сәнәғәте тауарҙарын сит илгә һатыу” региональ проекты паспорты буйынса, 2024 йылда экспорт күләме 230 млн. һумға етеүе күҙаллана.



Читайте нас: