“Мәҙәниәт” федераль милли проекты сиктәрендә Кино Фонды Башҡортостанда 10 кинозал тергеҙәсәк. Һәр зал өсөн конкурс нигеҙендә 5 млн. һум аҡса бүленгән. Быйыл субсидияны түбәндәге ойошмалар аласаҡ:
Ғафури районының мәҙәниәт бүлеге;
Кушнарен ауыл-ара район мәҙәниәт йорто;
Иҫке Балтас ауылындағы район мәҙәниәт йорто;
Мораҡ ауылындағы район мәҙәниәт һарайы;
Шаран ауылындағы Үҙәк район мәҙәниәт йорто;
Борай ауылының Йәштәр үҙәге;
Ермолаево ауылындағы “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы;
Үрге Ҡыйғы ауылындағы район мәҙәниәт йорто;
Баймаҡ ҡалаһындағы “Ирәндек” кинотеатры;
Иҫке Собханғол ауылындағы Бөрйән район мәҙәниәт йорто.
Конкурс шарттары буйынса, кинозалда ҡуйылған фильмдарҙың яртыһы Рәсәйҙә төшөрөлгән булырға тейеш. Залдарҙың даими эшләп тороуы ла мотлаҡ.