+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2019, 14:48

Һаулыҡ һаҡлауға 15 млрд һум йүнәлтелә

“Һаулыҡ һаҡлау” федераль милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылға тиклем медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 15 млрд һум йүнәлтеү ҡарала. Шуларҙың 10 млрд. 456 млн. һумы федераль бюджетҡа һалынған.

Шулай уҡ республикала ете региональ милли проект тормошҡа ашырыла. Улар тәүге медик-санитар ярҙам, балалар сәләмәтлеге, йөрәк-тамыр һәм яман шеш ауырыуҙары менән көрәш, һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тәьмин итеү һәм медицина хеҙмәтен киң йәйелдереү өлкәләренә ҡағыла. Ошо сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2019 йылда 5 млрд. һум аҡса бүленгән. Әйтәйек, шул иҫәптән медицина өлкәһендә махсус белгестәр етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн 300 млн. һум ҡарала. Республиканың район һәм ҡала дауаханаларында эшләргә теләгән табиптарҙың һәр кеме дәүләт бүлгән 1 млн. һум ярҙам аҡсаһына дәғүә итә ала. Улар иҫәбендә юғары медицина уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән күсеп килгән тәжрибәле табиптар ҙа булыуы ихтимал. Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелиндың әйтеүенә ҡарағанда, яҡын арала төбәктең табиптар корпусын 125 махсус белемле доктор тулылындырасаҡ.

Читайте нас: