БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, экранға, трансляция һәм тауыш ҡоролмалары өсөн һәр кинозалға 5 миллион һум аҡса бүленәсәк, биналар ҙа биреләсәк. Субсидияның кино прокаты менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙарға ла бирелеүе мөмкин. Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауыл-ҡалаларҙа тормошҡа ашырыласаҡ.