+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июнь 2019, 17:34

Кардиоүҙәктә яңы корпус төҙөлә

Июль айында Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөй башлаясаҡтар.

Ул ике йылдан сафҡа индереләсәк. Заманса был комплекста диагностикалау үҙәге лә урын аласаҡ. Ауырыуҙар ике кешелек уңайлы палаталарҙа дауаланасаҡ. Алдынғы медицина ҡорамалдары урынлаштырыу республика халҡына һәм тап бында дауаланырға теләгән күрше өлкәләрҙә йәшәүселәргә операциялар яһауҙы арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы корпус “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һалына. Алдағы алты йылда Башҡортостан ошо проект сиктәрендә федераль бюджеттан 16,5 млрд һум аҡса аласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса 2019 йылдан 2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла.

Читайте нас в