-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2019, 12:24

«Өфө» аэропорты тағы ла матураясаҡ

«Өфө» аэропортында авиация йөк комплексы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланған.

Ул «Халыҡ-ара коооперация һәм экспорт» милли проектының «Өфө» аэропортынан авиация һәм автомобиль ярҙамында йөк ташыу» региональ проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.


31 майҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Транстерминал-Аэро» компанияһының үҙ эсенә ремонт-механика оҫтаханаларын индергән универсаль етештереү-склад бинаһы асылды. Майҙаны 1200 квадрат метр тәшкил иткән был бинаға компания 50 миллион һум аҡса һалған. 2024 йылға тиклем «Транстерминал-Аэро» компанияһы «Өфө» аэропортының йөк ташыу инфраструктураһын яңыртырға 150 миллиондан һум ашыу аҡса тотонорға иҫәпләй.


2018 йылда «Өфө» аэропорты аша 5178 тонна йөк үтеп, Волга эргәһе федераль округындағы аэропорттар араһында почта һәм йөк күләме буйынса беренсе урынға сыҡты.

Зөлфиә Басирова әҙерләне.

Александр Данилов фотоһы.


Читайте нас: