+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июнь 2019, 17:27

Ҙур төҙөлөш холдингы милли проектта ҡатнаша

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы менән “Эре панелле йорттар төҙөү” асыҡ акционер йәмғиәте компаниялары төркөмө етәкселеге эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Уның барышында холдинг вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, атап әйткәндә, проектты тормошҡа ашырғанда хеҙмәт етештереүсәнлеген оптимизациялау буйынса бушлай белгестәр ярҙамы алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт бирелде. Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 50 миллион һумдан 300 миллион һумғаса 1 процент менән 5 йылға льготалы займ алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытыу буйынса субсидия алыу мөмкинлеге ҡаралған.

Компаниялар төркөмө етәкселеге милли проектта ҡатнашыуға бәйле өмөттәре, продукцияларының конкурентҡа һәләтлеген күтәреү һәм проектлы идара итеү принциптарын индереү буйынса ниәттәре менән уртаҡлашты.

Осрашыу һөҙөмтәһендә “Эре панелле йорттар төҙөү” асыҡ акционер йәмғиәте компаниялары төркөмөнә ингән ике предприятие (“Йорт төҙөү комбинаты” ААЙ һәм “КПД-ның генподряд төҙөлөш фирмаһы” ААЙ) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыуы тураһында килешелде.

“КПД-ның генподряд төҙөлөш фирмаһы” асыҡ акционер йәмғиәте республикала милли проектҡа ингән тәүге төҙөүсе буласаҡ, уларҙың тәжрибәһе төбәктең төҙөлөш индустрияһының башҡа вәкилдәренә лә өлгө булыр, тип көтөлә.

Читайте нас: