-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2019, 11:14

Путин сүп-сар заводтары төҙөү тураһында

Сүп-сарҙы утилләштереү заводтары төҙөүҙе ҡаты контролгә алырға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа үткән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының медиафорумында. “Был тәңгәлдә кешеләрҙең хәүефләнеүе нигеҙһеҙ түгел”, – тине ул.

Республикабыҙҙа дүрт ай эсендә 8440 яңы контейнер ҡуйылған, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 1486 яңы майҙан ойошторолған. Ишембай районында сүп-сарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү өсөн экотехнопарк булдырыу ҙа ҡаралған. Унда пластик, ҡағыҙ, ҡатырға, быяла, ҡара һәм төҫлө металл яңынан эшкәртеләсәк. Органик сүп-сар компост эшләү цехына оҙатыласаҡ.

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 45,1 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған.

Читайте нас: