+17 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Июня 2019, 12:08
Мәҙәниәт – хәстәрлек үҙәгендә
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, республикала халыҡтың рухи тормошон байытыу өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
2019 йыл был йәһәттән бик емешле буласаҡ. Дүрт ҙур объект: Ҡыйғы, Салауат, Миәкә райондарында мәҙәниәт йорттары, Мишкәлә мәғлүмәт үҙәге төҙөү һәм капиталь ремонтлау айырыуса әһәмиәтлеләренән һанала.
22 мәҙәниәт ойошмаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Тармаҡ белгестәренең һөнәри камиллашыуына ла етди иғтибар йүнәлтелә: 370 кеше квалификацияһын күтәрәсәк.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ижади проекттарына 12 грант биреү ҡаралған. Ҡәҙерле ҡомартҡыларыбыҙ булып һаналған 100 китап цифрлаштырылып, Милли электрон китапханаға индереләсәк.
#национальныепроекты
#региональныепроекты
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"