+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Май 2019, 16:25

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты тормошҡа ашырыла

1-се Дәүләкән икмәк комбинаты “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусылар исемлегенә инде.

Ул он етештереү һәм һатыу, икмәк бешереү, орлоҡ һаҡлау, бөртөклө культураларҙы эшкәртеү, мал өсөн ем етештереү менән шөғөлләнә.
Милли проектта ҡатнашыу уға етештереү процесын оптимизациялау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа белгестәрҙең методик ярҙамы менән ҡулланыу мөмкинлеген бирә. “Һаҡсыл етештереү” ысулдарын индергәндән һуң комбинат Етештереүҙе үҫтереү фондынан биш йылға 1 процент менән 50 миллиондан алып 300 миллион һумға тиклем күләмдә льготалы займ ала аласаҡ. Шулай уҡ ул эшселәрҙе өйрәтеү өсөн субсидиялар алыу мөмкинлегенә эйә була.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында Башҡортостандан егерменән ашыу предприятие ҡатнаша. Улар етештереү, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарына ҡарай. Йыл аҙағына тиклем был милли проектҡа республиканың 50 предприятиеһын йәлеп итеү ниәтләнә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән.

Читайте нас: