-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Май 2019, 12:20

БР Урман хужалығы министрлығы һәм БР Журналистар берлеге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы һәм Республиканың Журналистар берлеге урман ресурстарын яңыртыу һәм һаҡлау эштәре тураһында йәмәғәтселеккә еткереү, “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урманды һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу, урман сәнәғәте комплексын декриминализациялау һәм урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса үҙ-ара килешеп эш итәсәк.

Был хаҡта килешеүгә 28 майҙа ҡул ҡуйылды. Документ шулай уҡ ағас ултыртыу, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ “2020 йылға тиклем БР урман хужалығын үҫтереү” программаһы һәм 2030 йылға тиклем БР урман сәнәғәте үҫеш стратегияһы сиктәрендә үткәрелгән саралар тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр менән бүлешеүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы менән республиканың Журналистар берлеге быға тиклем дә бергә төрлө саралар үткәрә килде.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Читайте нас: