+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2019, 22:59

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР РЕСПУБЛИКАБЫҘҒА НИМӘ БИРӘСӘК?

Рәсәй халҡының тормош сифатын яҡшыртыу өсөн алты йылда дәүләт ун ике милли проект буйынса йәмғеһе 28 триллион һум аҡса бүләсәк.

Илебеҙ Президенты Владимир Путин, кешеләрҙең был үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа түгел, ғәмәлдә күреүе мөһим, тип билдәләне.

Республикабыҙҙа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 175,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ун ике проекттың һәр ҡайһыһы хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтмәксебеҙ.


ДЕМОГРАФИЯ

Иң мөһимдәрҙән һаналған был проект өсөн республикала 34,4 миллиард һум бүленә. Өлкән быуындың тормошон яҡшыртыу, тыуымды арттырыуҙы дәртләндереү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусыларҙы күбәйтеү – уның маҡсаты. Проект сиктәрендә тәүге бәпесе тыуған мохтаж ғаиләләргә ай һайын 10 мең һум түләү, ишле ғаиләләргә алты процентлыҡ льготалы ипотека биреү, мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә 2000-дән ашыу ЭКО эшләү, 2019 йылда ғына ла 19 балалар баҡсаһы төҙөү һәм яңыртыу, башҡа бик күп эштәр ҡаралған.


ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ

Был милли проектты ғәмәлгә ашырыуға 16,4 миллиард һум йүнәлтелә. Беренсел медицина ярҙамын (шул иҫәптән ауылда) тергеҙеүгә, квалификациялы белгестәр йәлеп итеүгә, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә, яман шешкә ҡаршы көрәшкә, балалар дауаханаларын һәм поликлиникаларын яңыртыуға бигерәк тә ныҡ баҫым яһаласаҡ. Быйыл 18 балалар поликлиникаһына капиталь ремонт эшләнә. Ә Дүртөйлөлә һәм Туймазыла ике яңыһы сафҡа инәсәк.

22 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 миллион һум тотоноу ҡаралған.

Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелеп, уға барлығы ете миллиард һумдан ашыу аҡса сарыф ителәсәк. Һөҙөмтәлә 2024 йылға ошо сирҙәрҙән үлеүселәр байтаҡҡа кәмер, тип көтөлә. Төбәк йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәктәренә заманса ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Өфөлә онкодиспансерҙың яңы хирургия корпусы төҙөлөп бөтәсәк. Өфө, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарында онкологик ауырыуҙарға амбулатор ярҙам үҙәктәре асыласаҡ. Район дауаханалары ла алдынғы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.


МӘҒАРИФ

17,5 миллиард һум – “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуға шунса аҡса билдәләнгән. Республикала алдағы ике йылда 21 мәктәп асыласаҡ. 2024 йылға икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөү бурысы тора. Ауыл ерендәге һәм бәләкәй ҡалаларҙағы 198 мәктәптең матди-техник базаһы нығытыласаҡ. 2019 йылда балалар өсөн өс яңы технопарк асылырға тора, унда улар роботтар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары төҙөү һәм аэройыһан инженерияһы менән шөғөлләнәсәк.


МӘҘӘНИӘТ

Төпкөлдәрҙә мәҙәниәт усаҡтарын тергеҙеү, 2024 йылға ҡәҙәр 26 ауыл мәҙәниәт йортон, клубын төҙөү, үҙ коллективтары булмаған ауылдар өсөн күп функциялы 10 күсмә мәҙәни үҙәк (автоклубтар) алыу, интернетҡа сығырлыҡ яңы модуль китапханалар асыу, үҙешмәкәр коллективтарға, мәҙәниәт өлкәһендәге НКО-ларға грант ярҙамын арттырыу – проект бурыстары нигеҙҙә шуларҙан ғибәрәт. Ошо маҡсатта 6,3 миллиард һум бүленә.


ТОРЛАҠ ҺӘМ ҠАЛА МӨХИТЕ

Был милли проектҡа ярашлы, республикала торлаҡ һалыу күләме 1,5 тапҡырға артырға тейеш. Кәмендә 135 мең кв. метр социаль торлаҡ төҙөү мотлаҡ. Торлаҡҡа аҡса туплау программаһында ҡатнашыусыларҙы икеләтә, йәғни 4500-ҙән 9000 меңгә тиклем арттырыу зарур. Шулай уҡ авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү, парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү урындарын төҙөкләндереү ҙә проекттың мөһим маҡсаттары булып тора. Был ҙур эштәрҙе атҡарыуға 6,4 миллиард һум тотоноласаҡ.



ХӘҮЕФҺЕҘ ҺӘМ СИФАТЛЫ ЮЛДАР

Милли проектты ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан 9,4 миллиард һум, республика һәм муниципалитеттар ҡаҙнаһынан 24 миллиард һум аҡса күсә. Быйыл Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү башлана. Ул 2021 йылда һалынып бөтөргә тейеш. Йәнә лә “Өфө – Ырымбур” Р-240 автомобиль юлы реконструкцияланасаҡ. Авариялар күп булған урындарға 430 фотовидеотеркәү камераһы урынлаштырыу күҙҙә тотола. Юл фажиғәһендә һәләк булыу осраҡтарын 2017 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға кәметеү маҡсаты ҡуйыла.


ЭКОЛОГИЯ

Әһәмиәтле был милли проектҡа 45,1 миллиард һум һалынған. 2024 йылға Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәр бөтөрөлөргә һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш.

Башҡортостанда 2019 йылда ҡалалар сигендәге 16 сүплек юҡ ителәсәк. 2024 йылға тиклем айырыуса хәүефлеләрен: Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловская” сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплеген, Семенов алтын йыуыу фабрикаһы биләмәһен, элекке ”Өфөнефтехим” йәмғиәте майҙанындағы ҡалдыҡтар туплау урынын рекультивациялау күҙаллана. Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөү проектлана.

Башҡортостан тәү тапҡыр һыу сифатын яҡшыртыуға, һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыуға 4,2 милиард һум аҡса аласаҡ. Һыу сифаты талаптарға тап килмәгән урындарҙа 29 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.

Милли проектта урмандарыбыҙҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. “Йәшел ҡалҡан”ыбыҙҙы яңыртыу, һаҡлау өсөн махсус техника алыуға алты йылда 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.


ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕН КҮТӘРЕҮ ҺӘМ МӘШҒҮЛЛЕККӘ ЯРҘАМ

Милли проект өсөн 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Ул предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе, артыҡ административ кәртәләрҙе бөтөрөүҙе, экспортты үҫтереүҙе, яңы эш урындары булдырыуҙы, кешеләрҙе яңы һөнәрҙәргә уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Әлеге ваҡытта хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса программала 20 ойошма ҡатнаша. Йыл аҙағына улар 50-гә етергә тейеш.


КЕСЕ ҺӘМ УРТА ЭШҠЫУАРЛЫҠ

Милли проектҡа 4,8 миллиард һум билдәләнгән.

2024 йылға тиклем Рәсәйҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны 25 миллионға етергә, йәғни 1,3 тапҡырға артырға тейеш.

Яңыраҡ Өфөлә Тыныслыҡ урамы, 14 адресы буйынса “Минең бизнесым” үҙәге асылды. Бында үҙ эшеңде үҫтереү өсөн файҙалы мәғлүмәт, мөһим кәңәш алырға мөмкин. Шундай уҡ үҙәкте Нефтекамала асырға ниәтләйҙәр. Өфөлә Эшҡыуарҙар йорто асыу ҙа планлаштырыла.

Башҡортостанда 2019 йыл аҙағына 415 мең кеше кесе һәм урта бизнеста эшләр, тип көтөлә. Ә 2024 йылда фермерлыҡҡа һәм ауыл кооперацияһына 18 мең кеше йәлеп ителер, тип күҙаллана.


ХАЛЫҠ-АРА КООПЕРАЦИЯ ҺӘМ ЭКСПОРТ

Сит илдәргә сауҙаны арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан милли проектҡа 4,93 миллиард һум йүнәлтелә. Сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар һатыу күләмен 2024 йылға 3,8 миллиард долларға еткерергә кәрәк. Ауыл хужалығы тауарҙары һатыу әлегенән өс тапҡырға артырға – 230 миллион долларға етергә тейеш.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында авиация йөк комплексы төҙөләсәк, был йөк ташыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.


ФӘН

“Фән” милли проектына 4 миллиард һум бүленә. Республикабыҙ ғилми-мәғариф үҙәк булдырыу конкурсында ҡатнашасаҡ. Ғаризаны хуплаһалар, 2020 йылда Башҡортостанда комплекслы ғилми-техник проекттар сиктәрендә университеттар, ғилми ойошмалар, иҡтисадтың корпоратив секторын берләштергән берҙәм цифрлы киңлек барлыҡҡа киләсәк.

Быйыл йәш ғалимдар үҙ ғилми проекттары өсөн берәр миллион һум грант алыу мөмкинлегенән файҙалана ала. Былтыр ундай беренсе гранттар утыҙ йәш ғалимға бирелде.


ЦИФРЛЫ ИҠТИСАД

Цифрлы иҡтисадты үҫтереүҙе күҙҙә тотҡан милли проект өсөн 600 миллион һум тотонола. 2024 йылға республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп, колледж һәм лицей, 2060-тан артыҡ ФАП, 280-ләп ауыл хакимиәте киң форматлы интернетҡа тоташтырыласаҡ.

Үҙебеҙҙең илдә сығарылған продукттарҙы, сервистарҙы индереүсе проекттарға айырым иғтибар биреләсәк.

Читайте нас: