+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2019, 17:55

Республикабыҙҙа 29 һыу менән тәьмин итеү объекты ремонтланасаҡ

Башҡортостанда 2019 – 2024 йылдарҙа һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау өсөн 4,255 миллиард һум тотоноласаҡ.

Уның 4,16 миллиард һумы – федераль, ә 85 миллион һумы республика бюджетынан бүленәсәк.

“Экология” милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙа сифат талаптарына яуап бирмәгән 29 һыу менән тәьмин итеү объектында ремонт эштәре ҡаралған. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещенск, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнарен, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында урынлашҡан.

Читайте нас: