Республикабыҙҙа ла был тәңгәлдә етди эш алып барыла. Башҡортостан Хөкүмәте 2019 – 2024 йылдарҙа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү хаҡындағы программаны раҫланы. Был осорҙа 201 иҫке йортта йәшәүсе 4 678 кеше яңы торлаҡлы буласаҡ. Өфөлә иһә авария хәлендәге 32 йорт күсереләсәк. Уларҙа йәшәүселәргә яңы фатир тәҡдим ителәсәк.