-29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2019, 17:22

Балалар поликлиникаларына иғтибар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2019 йылда балалар поликлиникаларын кәрәкле медицина ҡоролмалары менән тәьмин итеү, капиталь ремонт үткәреү, яңыларын төҙөү планлаштырыла.

“Быйыл һигеҙ балалар поликлиникаһында реконструкция эштәре алып барыласаҡ, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике поликлиника төҙөләсәк”, – тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин. Был маҡсатта федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһы тотоноласаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Проект тәү медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик ауырыуҙар мәлендә ярҙам, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе үҫтереү, медицина белгестәрен әҙерләү, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу, медицина үҙәктәре һәм медицина туризмын үҫтереү, 2024 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереү кеүек һигеҙ төрлө йүнәлештә эшләйәсәк.



Олег Яровиков фотоһы.


Читайте нас в