16–17 май Өфөлә III Төбәк операторҙарының халыҡ-ара съезы үтәсәк. Сарала Мәскәү һәм ил төбәктәренән имрә-яҡ мөхитте һаҡлау, сүп-сарҙы дөрөҫ йыйыу, эшкәртеү өсөн яуаплы вазифа биләүселәр менән бер рәттән йәмәғәт һәм махсуслаштырылған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Съезда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм ошоға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, яңы системаға күсеү нескәлектәрен тикшереү, сүп йыйыу өсөн берҙәм тариф билдәләү һәм башҡа һорауҙар ҡараласаҡ. Шулай уҡ «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың мөһим бер сараһы булараҡ, Рәсәйҙә сүпте йыйыу, уны эшкәртеү, төбәк операторҙарының идарасы компаниялар һәм торлаҡ хужалары менән эшен яйға һалыу мәсьәләләре лә ентекле тикшерелеүе көтөлә.
«Экология» милли проекты Рәсәй Президенты Путин В.В. Указына ярашлы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Ул 4 өлөштән тора: «Һыу», «Һауа», «Ҡалдыҡтар», «Биотөрлөлөк»; 11 федераль проектты үҙ эсенә алған: «Таҙа ил», «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән системалы эшләү», «Таҙа һыу», «Таҙа һауа», «I–II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләү инфраструктураһы», «Волганы таҙартыу», «Байкал күлен һаҡлау», «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау», «Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экотуризмды үҫтереү», «Урмандарҙы һаҡлау», «Арзанлы иң яҡшы технологияларҙы ҡулланыу».
«Экология» милли проектына дәүләт – 4 трлн һум бүлгән, шуларҙың 3 трлн һумдан ашыуы – бюджеттан тыш. Федераль бюджеттан 700 млрд һум тирәһе аҡса бүленәсәк, ҡалғаны Рәсәй төбәктәр иҫәбенән.
Зөлфиә Басирова әҙерләне.