Ул ун федераль проектты үҙ эсенә ала: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Цифрлы мәғариф мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Мәғариф экспорты” һәм “Һәр кем өсөн социаль лифттар”. Милли проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2019 йыл башынан 2024 йылға тиклем.
Был йүнәлештә киләһе алты йылда республикабыҙ 17,3 млрд һум аласаҡ, шуның 4,9 млрд һумын – 2019 йылда. Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәктәрен булдырыу – бөгөнгө көндә мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Быйыл Башҡортостанға федераль бюджеттан шундай үҙәктәр асыуға 211,4 млн һум бүленә. Бынан тыш, 2019 йылда 128,5 млн һум республика мәктәптәрендә цифрлы технологиялар индереүгә, 103 млн һум пенсия йәшенә етеүселәргә һөнәри һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты #нацпроектыБашкортостан