+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель 2019, 12:20

Башҡортостанда оло быуын һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау буйынса эште киңерәк йәйелдерергә әҙерлек бара

Яңыраҡ Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә ошо мәсьәләгә арналған уҡытыу семинары үтте. Сарала «Старость в радость» хәйриә фондының ололар менән эш өсөн яуаплы етәкселәре Александр Шкребело һәм Сергей Демин ҡатнашты.

Программаға ярашлы, ауырыу сәбәпле үҙҙәрен тулыһынса йәки өлөшләтә хеҙмәтләндерә алмаған оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға өйҙә медицина һәм социаль ярҙамы, ауырыуҙы ҡараусы һәм патронаж хеҙмәтен булдырыу ҡаралған.


Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса был эш 2017 йылда уҡ башлана. Эште башҡарыу методологик күрһәтмәләре өсөн программа операторы «Старость в радость» хәйриә фонды яуаплы. Был проект илдең Хеҙмәт һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Стратегик инициативалар агентлығы һәм регион хакимиәттәре тарафынан тормошҡа ашырыла.


2018 йылдан ул Волгоград, Кострома, Новгород, Псков, Рязань һәм Тула өлкәләрендә эшләй. Быйылдан программа “Демография” милли проектына инеп, илдең 12 төбәгендә, 2024 йылдан – бөтә Рәсәй буйынса эшләйәсәк.


Ололарҙы һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау системаһы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү механизмын үҙгәртеүгә килтерәсәк. Уның төп үҙенсәлеге – граждандарҙың теге йәки был ярҙамға мохтаж булыуын социаль хеҙмәттәр үҙҙәре асыҡлаясаҡ.


Росстат билдәләүенсә, 2025 йылға Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы граждандарҙан олораҡ кешеләр һаны 27,7 процентҡа етеп, 40,5 млн. тәшкил итәсәк. Шуға ла илдә оло быуынды ҡарау мәсьәләһе халыҡты социаль яҡлауҙа мөһим урын алып тора.


Семинарҙа ололар өсөн йорттары, психоневрологик интернаттары, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре етәкселәре лә ҡатнашты. Республикала был эште башлап ебәреү өсөн ҡануниәтте үҙгәртеү ҙә талап ителә.

Зөлфиә БАСИРОВА әҙерләне.


Фото: БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды.


Читайте нас: