Дәүләт бюджетынан милли проекттарға киләһе алты йылда ил күләмендә 28 триллион һум бүленәсәк. Был сара халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн эшләнә. Ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа йәшәгән һәр кеше үҙгәреште ҡағыҙҙа түгел, көндәлек тормошонда тойорға тейеш, тине Дәүләт советы ултырышында ил президенты Владимир Путин.
Милли проекттар 12 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, эш баҙары, фән, цифрлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, экспорт, магистраль инфраструктура.
Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, милли проекттарға бүленгән аҡсанын тиненә тиклеме контролдә була һәм был сара бөтә ил өсөн алға ҙур аҙым буласаҡ.
Ағымдағы йылда республика 34,2 млрд һум аласаҡ. Ә алты йыл эсендә Башҡортостанға бөтәһе 170,6 млрд һум аҡса киләсәк.
яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дауаханалар асыу, онкология һәм инфаркттарҙы әҙәйтеү буйынса саралар күреү
2019 йылда республикала 4,9 млрд һум тотоноу ҡаралған. Киләһе алты йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 16,5 млрд аҡса бүленәсәк.
Шул иҫәптән 62 млн һум «Земский доктор» программаһына йүнәлтеләсәк. Ошо уҡ сараға тағы 50 млн һумды республика үҙ иҫәбенән бүләсәк.
яңы сифат һәм һәләтле балалар
Был йүнәлештә киләһе алты йылда республика 17,3 млрд һум аласаҡ, шуның 4,9 млрд һумын – 2019 йылда.
Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәктәрен булдырыу – бөгөнгө көндә мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 2018 йылда Өфөлә ике предуниверсарий асылған: Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты һәм Республика инженер лицей-интернаты базаларында. Бында белем алған уҡыусылар М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инергә махсус өйрәнәлар.
Быйыл республикаға федераль бюджеттан һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәктәре асыуға 211,4 млн һум бүленә. Бынан тыш 128,5 млн һум 2019 йылда республика мәктәптәрендә цифрлы технологияларҙы индереүгә, 103 млн – пенсия йәшенә етеүсе граждандарға профессиональ һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелә.
ғаилә, күп балалы ғаилә, әүҙем ҡартлыҡ
Быйыл сабыйҙары тыуған ғаиләләр һәм оло быуынға ярҙам итеп, 7,1 млрд һум биреләсәк. Киләһе алты йылда ошо йүнәлештә 34,4 млрд һум бүленеүе көтөлә.
Милли проекттарҙың тормошҡа ашыуы һөҙөмтәһендә 2024 йылға уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәш булыр тип фаразлана.
4. Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар:
республикала яңы күперҙәр һәм 6000 км юл төҙөү, юл-транспорт фажиғәләрендәге үлемде 3,5 тапҡырға әҙәйтеү
2019 йылда яңы автомобиль юлдар төҙөүгә федераль бюджеттан 5,2 млрд һум бүленәсәк (2025 йылға тиклем - 33,5 млрд). Республика бюджетынан иһә быйыл юлдарҙы төҙөүгә һәм ремонтлауға 17 млрд һум бүленәсәк.
Быйыл Дуҫлыҡ Монументы эргәһендә Ағиҙел аша яңы күпер төҙөү буйынса эш башланасаҡ. Күпергә дөйөм сығым 3,5 млрд һум тәшкил итә. Уның 2,5 млрд һумын федераль юл агентлығы бүлеүе көтөлә. Был хаҡта Радий Хәбиров Росавтодорҙың етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуҙан һуң Килешеү төҙөлдө.
Шулай уҡ яҡын арала “Өфө – Ырымбур” Р-240 автомобиль юлын реконструкция көтә. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡты урап үткән дүрт буйлы заманса юл барлыҡҡа киләсәк.
закондан тыш сүплектәрҙе юҡ итеү һәм таҙа һыу
Быйыл ошо йүнәлештә 7 млрд һум ҡулланыу ҡаралған (киләһе алты йылда – 41,9 млрд).
2024 йылда Рәсәйҙә закондан тыш сүплектәр бөтөрөлөп, заманса сүп-сарҙы эшкәртеү предприятиелар төҙөләсәк. Был проектҡа ил күләмендә 4 трлн һум йүнәлтеү ҡаралған, шуларҙың 3,2 трлн һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.
Киләһе өс йылда федераль бюджеттан Башҡортостан беренсе тапҡыр эсәр һыу сифатын яҡшыртыу, һыу менән тәьмин итеү объекттарын заманса реконструкциялауға 1,1 млрд күләмендә аҡса аласаҡ.
Дөйөм әйткәндә, быйыл һәм киләһе алты йылда Башҡортостан халҡының оҙаҡ йылдар йыйылған бихисап мәсьәләләре республика етәкселеге тарафынан милли проекттар ярҙамында хәл ителәсәк.
Зөлфиә Басирова әҙерләне.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты #нацпроектыБашкортостан