-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
23 Март , 13:10

«Йән»ле ҡурсаҡтар

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе оҫта Фәнисә Муса ҡыҙы Бикбаева үҙ ҡулдары менән кеше ҙурлыҡ ҡурсаҡтар яһай. Уның коллекцияһында башҡорт һылыуы менән егете – Айһылыу һәм Азамат, балаҫ һуғыусы Гөлсирә өләсәй, урыҫ ҡыҙы Валентина, француз ҡатын-ҡыҙы Мари, татар һылыуы Сөембикә бар.

«Йән»ле ҡурсаҡтар
«Йән»ле ҡурсаҡтар

«Ҡурсаҡтарҙың үҙәген тимерҙән тормош иптәшем ҡороп бирә, күркәм тән, төҙ-ҡиәфәтен, аҫыл образды үҙем «тыуҙырам». Әлбиттә, гипс һәм һылау материалдарын ныҡлап өйрәнергә, анатомия буйынса белемде камиллаштырырға тура килде, – тип йылмая алтын ҡуллы ханым. – Ҡайһылары ыңғай ғына китә, ә икенселәренең эше оҙаҡҡа һуҙыла. Ниндәйҙер мәлдә ҡурсаҡҡа йән ҡунғанын тоям, шунан эш ырай башлай».
Һәр заказсы үҙ коллекцияһында эксклюзив, зауығына ярашлы образды күрергә теләй. Шуға һәр үтенескә ҡолаҡ һала оҫтабикә. Берәүгә, мәҫәлән, офисын йәмләндереп ебәргән замансаһы, кемгәлер милли колоритлыһы, башҡаға интерьерын тулыландырыр өсөн нескә француз һылыуы кәрәк. Яңыраҡ Өфөнөң 65-се гимназияһы Фәнисә Муса ҡыҙынан милли ике ҡурсаҡ эшләтеп алған. Эйе, беҙ барыбыҙ ҙа – бала саҡ иленән, тормошта әкиәткә, мөғжизәгә һәр ваҡыт урын бар. Оҫтаның үҙ күңел йылыһын һалып, алтын ҡулдары менән яһаған ҡурсаҡтары, бәлки, һеҙҙең дә донъяғыҙға күркәмлек, бәҫ өҫтәр!

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: