-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
21 Ноябрь 2023, 15:23

Башҡорттарҙың һуҡма шәле

«Башҡорт шәле» тигәндә дебеттән бәйләнгән йомшаҡ шәл күҙ алдына килә. Ә бит борон һуғылған шәл дә киң билдәле булған. Фольклорсы-этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, кәсептәрен тергеҙеүгә, оҫталарыбыҙҙы күрһәтеүгә күп көс һала. Ул – билдәле ижади проекттар авторы, милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт кейемен тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса беренселәрҙән булып экспедициялар һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы. Шулай уҡ уңған ханым Өфөлә «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһын етәкләй. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙының «Башҡорт һуғылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды.

Башҡорттарҙың һуҡма шәле
Башҡорттарҙың һуҡма шәле

Күптән янып йөрөй был проект менән Гөлгөнә Баймырҙина. Тәүге хәтирәләре өләсәһенең һуғылған шәле менән бәйле. «Өләсәйем Хафиза Ғәлиәхмәт ҡыҙы Ғәлләмова Әбйәлил районы Үтәгән ауылында йәшәне. Күҙ алдымдан ошондай күренеш китмәй. Ҡышҡы һыуыҡ көн. Эре суҡлы шәлдәрен кәзәкейҙәре өҫтөнән баш аша ябынып алған ҡупшы өләсәйҙәр, инәйҙәр ҡунаҡҡа китеп бара. Атлағанда шәлдәренең остары үксәләренә етеп ергә һөйрәлә. Алдан олатайҙар атлай, бер нисә аҙым артта ҡалып, ҡатындары эйәрә. Шунан өләсәйем ҡулъяулығына төрөп, күстәнәс алып ҡайта. Беҙ, бала-сағалар, шуны көтөп алабыҙ. Шәлдән саф һауа бөркөлә, уның менән бергә тәмле күстәнәс еҫе лә өй эсенә тарала. Тәү сиратта һуғылған шәл ҡунаҡҡа барғанда ябына торған әйбер булып хәтергә һеңгән. Байыраҡтарҙың шәле – аҡ, ҡалғандарыныҡы һорораҡ, ҡарараҡ төҫтә ине. Боронғо фотоларға һәм олатайымдың ҡустыһы, билдәле халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың картиналарына күҙ һалығыҙ әле. Инәйҙәр, әбейҙәр һуғылған шәл менән һынландырылған унда. Ә бит рәссам тап тыуған яғында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һүрәтләгән», – ти Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы.
Һуғылған шәл тураһында ғалим-сәйәхәтселәр ҙә телгә ала. Мәҫәлән, Италия этнографы, профессор Стефано Сомье XIX быуатта Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан үткәндә ике һумға һуғылған шәл һатып ала. Ҡаты буранлы Урал һыуығынан шуның менән һаҡланыуы һәм ул шәлдең эшләнеш тәртибе хаҡында яҙа.
Үткән быуаттың 60–70-се йылдарында «фабричный» шәлдәр сыға башлағас, шәл һуғыу эше, кәрәге теймәй, онотола. Әммә тап Әбйәлил ерендә, айырыуса Боранғол, Амангилде, Үтәгәндә был шөғөл бөгөн дә һаҡлана. Шәлде ҙур итеп һуҡҡандар. Был бик уңайлы булған: һалҡын ҡыштарҙа санаға ултырып йөрөгәндә бөркәнгәндәр, хатта юрғандай ҙурҙарын ир-егеттәр ҙә ҡулланған, әсәй кеше ҡуйынындағы балаһын да шәл аҫтына алған. Ел һуҡмаһын һәм ныҡ торһон өсөн, маңлайҙан артҡа тарттырып яулыҡ менән бәйләп ҡуйғандар. Башҡорттарҙа һаҡланған боронғо ғәҙәт – килен һөйгәндә ҡәйнә кеше шәл яба.
Халҡыбыҙҙың быуаттан быуатҡа күскән шөғөлдәрен онотмай, уны яҡшылап өйрәнеп, тергеҙергә, заманлаштырып ҡулланырға тейешбеҙ, тигән ҡарарға килә Гөлгөнә Баймырҙина. Шәл һуғыу өлгөһө халыҡҡа яңынан ҡайтһын, ул бренд булып таралһын, башҡорт ҡыҙҙары өсөн бер изге кәсеп барлыҡҡа килһен, тигән ниәтте, күптән күңелендә йөрөткән идеяны тормошҡа ашырыу маҡсатында проект әҙерләй. Конкурсты уңышлы үтеп, Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәтле ижади проекттарға булышлыҡ итеү өсөн Рәсәй Президенты Грантын яулай.
Ике ай ярым самаһында шәл һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, йөҙгә яҡын кеше шәл һуғырға өйрәнә. Дәрестәр – түләүһеҙ. 1 декабрҙә ҡатнашыусыларҙың эштәренән күргәҙмә ойоштороу ҡаралған. Проекттың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә үҙ төркөмө бар, эш барышы даими яҡтыртыла.
«Тәүге маҡсатыбыҙ – боронғо шәлдәрҙе нисек булған, шулай килеш һуғыуҙы тергеҙеү. Артабан уларҙы заманлаштырып, һалҡын көндә ябынырлыҡ, өйҙә еңел япма, юрған, ҡунаҡ шәле итеп тотонорлоҡ, көндәлек ҡулланырлыҡ итеп эшләргә һәм башҡорт бренды булараҡ халыҡҡа таратырға тейешбеҙ», – тип ниәттәре менән таныштыра оҫтабикә.
«Шәл һуғыу беҙҙең яҡҡа ғына хас, сөнки уның өсөн бөтә кәзәләрҙең дә мамығы бармай. Уның үҙенең әтнәкәләре, серҙәре байтаҡ. Әйтәйек, уға бер ниндәй ҙә эшлүн йөнө (шленка), яһалма еп ҡушылмай, һуғылған шәл бәйләнгәненән шуныһы менән айырыла. Оҫталар өйрәтеүенсә, оло кәзәнең дебетен яҙға сыҡҡанда тарағас, айырып алалар, ҡаты ғына итеп иләйҙәр һәм шәлдең буйлығына тотоналар. Арҡырыһына, һуға торғанына, кәзә бәрәне дебетен файҙаланалар, ул йомшаҡ була. Әгәр икеһен дә бер төрлө итеп иләһәң һәм бер үк бәрән дебетен алһаң, шәл ныҡ булмай, ептәр өҙөлә. Балалар шәленә ҡуян йөнө лә ҡушып ебәреүселәр булған – был бигерәк тә ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙа таралған. Ырымбур, Силәбе яҡтарында шәлгә дөйә йөнөн дә ҡулланғандар. Тап ошондай һуғылған шәлдәр көньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас һәм өҫ кейеме булараҡ билдәле. Ә тула шәл йөндән генә һуғыла. Ҙур итеп эшләгәс, тула булһын өсөн, йыуып әҙерәк ултыртып алғандар. Ул кейеҙ һымаҡ йылыны ныҡ һаҡлай. Туланан сәкмән, аяҡ һәм баш кейемдәре, билбау ҙа тегәләр», – тип бүлешә этнограф.
Станоктарға килгәндә, аяҡ менән баҫып эшләй торған ҡәҙимгеһендә һуғырға мөмкин. Хәҙер өҫтәлгә ултыртырлыҡ итеп ҡулайлаштырылғандары ла бар. Борон балаҫ һуға торған станокта оҙон итеп һуғып алып, аҙаҡ шуны өлөштәргә бүлеп, ҡушып ҙур шәл теккәндәр.
«Күптәр оҫталыҡ дәресенә килеп, шәл һуға башлағас, беҙҙең бит әсәйҙәр ошолай итеп ултыра торғайны, өләсәйем шулай эшләй ине, тип иҫләй. Һәр ҡатын-ҡыҙ хәтирәләргә бирелә, бындай шәлде күргәс. Кемдер гастролгә ябынып йөрөгән. Альбина Исхаҡованың – үҙ тарихы. Өләсәһенән ҡалған ҡомартҡыға көйә төшкәс, кейәүе Вәсил Ханнанов уны «Урал батыр күлдәге» картинаһын булдырыуҙа ҡуллана. Һәр шәлдә – ҡыҙ балаға тапшырыла килгән ҡомартҡыла әсәйҙәрҙең йылылығын, ғаилә ҡотон күрәм. Халҡыбыҙҙа кәзә малына хөрмәт менән ҡарағандар, шуға ла уның хаҡында таҡмаҡтар, фольклор өлгөләре лә бихисап. Аслыҡ йылдарында кәзә тотоу файҙалы булған: һөтөн эскәндәр, итен ашағандар, дебетенән шәл һуҡҡандар. Проект бик фәһемле, ҡыҙыҡ йүнәлеш алды. Глобалләшеү осоронда халҡыбыҙҙың матур кәсептәрен, ижадын һаҡлау айырыуса мөһим. Был шөғөлдө тергеҙеү төбәгебеҙҙә мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, байытыуға булышлыҡ итер», – ти Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы.



Башҡорттарҙың һуҡма шәле
Башҡорттарҙың һуҡма шәле
Башҡорттарҙың һуҡма шәле
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: