«Бөтә балалар кеүек, бәләкәстән рәсем төшөрөргә яраттым», – ти ул баҫалҡы ғына. Шулай ҙа һәләте-булмышы кескәй сағынан уҡ күренгәндер – атаһы биш йәшлек Миләүшәне Өфөгә алып барғанда «Йәншишмә» гәзите редакцияһына инәләр, журналистар Зөһрә Ҡотлогилдина менән Зөбәржәт Миңлебаева бер тауыштан ҡыҙҙың киләсәген күҙаллап: «Үҫкәс, ана Хаят апайың (рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова) кеүек рәссам булырһың», – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Әллә, киреһенсә, ғүмерлеккә иҫтә ҡалған был ваҡиға бәләкәстең күңеленә орлоҡ һалғанмы?
Дүртенсе синыфты тамамлағас, уҡытыусыһы Надежда Ивановнаның: «Ҡыҙығыҙҙы Өфөгә уҡырға ебәрегеҙ, уға бында ҡыҙыҡ түгел», – тигән кәңәшен тотоп, Мөнирә Зиннәт ҡыҙы менән Рәфис Индус улы балаларын Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына алып килә. Ысынлап та, яңы донъя асыла бында ҡыҙсыҡҡа, Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән, үҙе кеүек матурлыҡҡа әсир ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында дуҫтар ҙа табыла. Артабан уҡыуын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның сәнғәт-графика факультетында дауам итә.
«Факультетта минең яратҡан урыным Кейеҙ үҙәге булды. Уның етәксеһе (һәм ул ваҡытта факультет деканы) Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов менән беҙ күмәкләшеп кейеҙ баҫтыҡ, халыҡ сәнғәте тураһында һөйләштек. Күңелемдә халыҡ сәнғәтенә һөйөүем шул ваҡытта яралғандыр», – тип бүлешә йәш рәссам.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.