-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
28 Февраль 2023, 12:15

Биҙәүестә – ырыу тамғаһы

Әбйәлил районының емеш-еләккә бай Рәхмәт ауылында буй еткерә Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Мотаһар мулла олатаһынан башланған уҡытыусылар династияһын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Әсәһе Таңсулпан Сәләх ҡыҙы Юнысова ғүмерен балалар уҡытыуға арнаһа, атаһы Рәхимйән Ишкилде улы колхозда хисапсы була. Тегеү-бәйләүгә оҫталыҡ та Гүзәл апайға әсәһенән күскән.

Биҙәүестә –  ырыу тамғаһы
Биҙәүестә – ырыу тамғаһы

«Әсәйем эске кейемдән башлап кофта, салбар, пальто, кәзәки, елән, күлдәк-итәктәрҙе беҙгә генә түгел, ауылдаштарына ла күп текте. Өйөбөҙҙө нурлаған кейеҙҙән урын ҡаралтыһы, карауаттағы сигеүле хозур япмалар, тәҙрәләге сағыу биҙәкле ҡорғандар – бала саҡтағы йәмле күренеш һаман күңелемде йылыта. Әле әсәйемдең башҡорт кейемдәрен, кәзәки-еләндәрен, ҡашмауын, һаҡалын төрлө күргәҙмәгә алып йөрөйөм. Уныҡына үҙемдекен дә ҡушһам, бер тирмә биҙәрлек милли ҡул эштәре йыйыла», – ти Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы.
Бәләкәйҙән йөн-мамыҡты үҙе тетеп, иләп, сиратып, бирсәткә, кофта, шарф, пуловер, итәк, паутинка ла бәйләргә оҫтара уңған һылыу. Ырғаҡ менән ҡулъяулыҡ, салфетка, селтәр сигә. Өсөнсө кластан беселгәндән күлдәк текһә, алтынсынан түшәктәр, диван яҫтыҡтары ҡорарға, ҙур юрғандар һырырға тотона. Түшелдерек, хәситә, селтәр, кейеҙгә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡулы тейә уңғанбикәнең. Кейеҙ баҫырға уға билдәле йырсы Зилә Лира өйрәтә.
«Өсмөйөш, ромб, ҡусҡар, мөгөҙ рәүешендәге биҙәктәр ғаләм ҡанундарына таянып йәшәгән милли асылыбыҙҙы, йәшәйешебеҙҙе сағылдыра. Уларҙа донъя теүәллеге, ер-һыу байлығы, муллыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, быуындар сылбыры, тәбиғәтебеҙ һынланышы асыҡ күренә», – тип һоҡланып бәйән итә ул.

Автор:
Читайте нас: