Ошондай уҡ тәьҫораттарҙы башҡа күп кенә яҙыусы, ғалимдарҙың яҙмаларында осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙ кейемендә үҙәк урындарҙың береһен түшкә тағып йөрөтөлгән селтәр, яға, һаҡал һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәре биләй. Бөгөнгө көндә уларҙы йыйыу, өйрәнеү йәһәтенән ҙур ғына тәжрибә тупланған. Күренекле этнограф Светлана Николаевна Шитова «Башҡорт халыҡ кейеме» исемле китабының «Биҙәүестәр» бүлегендә был төр биҙәнеү әйберҙәренең ҡайҙа таралыу алыуы, ниндәй материалдарҙан эшләнеүе тураһында мәғлүмәт биреп китә. Ә бына 2006 йылда донъя күргән «Мәрйен һәм тәңкәләрҙән эшләнгән күкрәккә тағып йөрөтөлгән башҡорт биҙәүестәре» исемле альбом-каталог иһә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге фондтары нигеҙендә төҙөлгән. Был альбом-каталогта селтәр, яға, алмиҙеү, муйынса, уҡаиҙеү, ҫаҡал кеүек төрҙәре урын алған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшенә таҡҡан биҙәнеү әйберҙәрен өйрәнеүҙең тағы бер мөһим яғы – ул тарихы. Ысынлап та, селтәр, яға һәм башҡа төрҙәренең таралыу урынын, нимәнән эшләнгәнлеген белеү менән бер йәһәттән тамырҙарын да асыҡлау кәрәк. Был йәһәттән бер нисә фекер иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Светлана Шитова үрҙә телгә алынған китабында шулай тип яҙа: «биҙәүестәрҙе ҡылыҡһырлағанда, уларҙың бай биҙәлеше (нигеҙен мәрйен һәм көмөш менән тулыһынса ҡаплап тегеп ҡуйыу) урта быуаттарҙа – башҡорт йәмғиәтенең ҡатламдарға көслө бүленеү мәлендә, Көнсығыш менән әүҙем сауҙа бәйләнештәре шарттарында барлыҡҡа килгән, тиелә». Тимәк, ғалимә биҙәнеү әйберҙәрен мәрйен, көмөш тәңкәләр менән биҙәү традицияһын урта быуаттарға ҡайтарып ҡалдыра. Ә бына археологтар Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән Әлфиә Нияз ҡыҙы Солтанова «Башҡортостан тарихы. Боронғо заман. Урта быуаттар» исемле китапта бик ҡыҙыҡлы һығымталар яһай. Улар хәҙерге көндәге Силәбе өлкәһендә табылған «Һынташты (бронза быуаты)» археологик комплексындағы ҡәберлектәрҙә табылған биҙәнеү әйберҙәрен туранан-тура хәҙерге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы менән бәйләп, шулай тип белдерә: «Ике Һынташты ҡәберлегендә ҡалын тирегә беркетелгән көмөш пластина һәм епкә теҙелгән биҙәктәрҙән торған берешәр зиннәтле селтәр табылды. Беҙҙеңсә, был күкрәккә таға торған биҙәүестәр – хәҙерге башҡорттарҙа күпләп һаҡланып ҡалған ҡатын-ҡыҙ селтәренең бик боронғо, әммә сағыу прототибы. Сағыштырып ҡаралған селтәрҙәрҙең конструктив оҡшашлығы асыҡтан-асыҡ күренә, тик айырмалығы шунда: хәҙерге башҡорт яғаларында, һаҡалдарҙа биҙәү өсөн сәйлән, көмөш тәңкәләр йә тик пластиналар ҡулланыла». Тимәк, ғалимдар археологик материалдар нигеҙендә яға, һаҡалдарҙың тамырҙарын беҙҙең эраға тиклемге IV – I меңйыллыҡтарға алып барып тоташтыра.
Түшкә тағып йөрөтөлгән биҙәнеү әйберҙәренең тарихына шулай уҡ билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог, музейҙар белгесе Рәүеф Барый улы Әхмәров та «Башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте» тигән китабында мөрәжәғәт итә. Әйтергә кәрәк, ул «селтәр» һәм «һаҡал» тигән төрҙәре тураһында һүҙ алып бара: «Башҡорт биҙәүесе – ҡатын-ҡыҙ кейеменең иң боронғо формаһының береһе булған селтәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ул ептәрҙән үрелгән, ептәргә ҙур булмаған ҡыҙыл муйынсалар – сәйлән һәм мәрйендәр кейҙерелгән. Ҙур һәм өҫкө өлөшөнә тегелгән ваҡ ҡаштарҙан тыш, селтәрҙең уртаһынан таш ҡуйылған, кескәй металл шарсыҡтар һәм бау менән ҡыҫанланған оҙонса түңәрәк һәм түңәрәк медальондар төшкән. Оҡшаш медальондар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының башҡа кейемендә лә осрай. Башҡорт селтәре биҙәүестәренең иң яҡын аналогияһы булып беҙҙең эраның VII–VIII быуаттарына ҡараған Өфө боронғо ҡәберлегенән табылған, таштар һәм ваҡ ҡына металл шарсыҡтар, бормалап үрелгән тимерсыбыҡтар менән эшләнгән орнаментлы алтын медальондар хеҙмәт итә ала. 1970 йылда музей фондына килеп эләккән ҡатын-ҡыҙ һаҡалы ситтәренән ҙур булмаған шөңгөрҙәр һәм ҡыңғырауҙар менән ҡаймаланған. Улар Стәрлетамаҡ боронғо ҡәберлектәрендәге шөңгөрҙәргә һәм Өфө боронғо ҡәберлектәрендәге ҡыңғырауҙарға оҡшаш». Күреүебеҙсә, Рәүеф Барый улы селтәр менән һаҡалдағы айырым элементтарҙы беҙҙең эраның VII–VIII быуаттарына ҡараған ҡәберлектәрҙә табылған медальон, шөңгөрҙәр менән бәйләй.
Шулай итеп, археология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән билдәле ғалимдар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемендә үҙәк урындарҙың береһен биләгән биҙәнеү әйберҙәренең тамырҙарын бик боронғо замандарға алып барып тоташтыра.
Азат ҒАРИПОВ.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.