-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
2 Декабрь 2022, 14:35

Донъяның тәмен белеп...

Йондоҙ Биксурина Сибай ҡалаһында йәшәй. Ҡул эштәре менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. Бер-бер артлы бәләкәстәре донъяға килгәс, улар өсөн слингобустар бәйләй. Был муйынсаҡтар, балалар тотоп уйната, ауыҙына ла ҡаба, донъяны өйрәнә алһын өсөн, тәбиғи ептәрҙән бәйләнә. Шунан Йондоҙ төрлө биҙәүестәр яһай башлай.

Донъяның тәмен белеп...
Донъяның тәмен белеп...

Кәрәкле деталдәрҙе, фурнитураны, махсус эш ҡоралдарын яҙҙырып ала, интернетта төрлө алымдарҙы өйрәнә. Тәүге алҡаһын әхирәте «һалдырып ала», артабан икенсе дуҫы ҡыҙына эшләп биреүен үтенә. Телдән телгә хәбәр таралып, заказдар яуа башлай. Бер саҡ башҡорт биҙәүестәре менән ҡыҙыҡһынып китә. Хеҙмәте һөҙөмтәһен тиҙ күрергә яратҡан Йондоҙ өсөн башта йөҙ тәңкәне берәмләп тегеп ултырыу артыҡ мәшәҡәтле күренә. Был биҙәүесте ҡала көнөнә алып сыҡҡас, шунда уҡ һатып алалар, тағы ла һорайҙар. Шулай замансалап һаҡалдар эшләүгә тотона. «Кеше ҡапыл да көмөш тәңкәле, тәбиғи ташлы ҡиммәтле селтәр, яға, һаҡал тағып йөрөй башламай бит, ғәҙәттә, тәүҙә заманса биҙәүестәргә иғтибар итә. Яйлап тарихҡа, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныуы уяна. Шуға ла стилләштерелгән биҙәүестәргә ҡырҡа ҡаршы булыу дөрөҫ түгелдер», – тигән фекерҙә Йондоҙ. Үҙе ул көндәлек тағыуға тәғәйенләгән биҙәүестәрҙе яһағанда башҡорт халҡына хас деталдәр, биҙәктәр, формалар ҡуллана.
Ырғаҡ менән пледтар, балалар өсөн уйынсыҡтар бәйләү күңеленә ята. Туҡтауһыҙ эҙләнеү өҫтөндә ул. Тормош иптәше Рәмил хәләл ефетенең башланғыстарын хуплай ғына. «Бөгөн минең өсөн иң мөһиме – балаларым, ғаиләм. Әҙиләм, Ильясым, Абдуллам, Әмиләм ата-әсәһенең наҙында, йылыһында үҫһен өсөн бар тырышлығымды һалам. Һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, егәрле хужабикә ролдәре ифрат оҡшай. Донъяның тәмен белеп йәшәйек», – ти Йондоҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: